14:30 (UTC+5), 25 Октября 2018

2019 йылғы Халыҡ-ара балалар уйындарында ҡатнашыуға ирекмәндәр йыялар

Өфө хакимиәте
Өфө хакимиәте
Наталья Овчарук
ӨФӨ, 2018 йыл, 25 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Киләһе йыл Өфө 35 илдән 1,5 мең спортсыны ҡабул итә. Башҡортостандың баш ҡалаһы 2019 йылғы Халыҡ-ара йәйге балалар уйындарының баш ҡалаһы булды. Әле ҡала ярыштарға әҙерләнә: трансферҙар маршруттары, виза ярҙамы, финанслау, аккредитация, урынлаштырыу, хәүефһеҙлек, медицина тәьминәте, тантана ойоштороу ентекләп өйрәнелә.
«Халыҡ-ара балалар уйындарының рәсми сайты эшләй башланы. Уйындар яңылыҡтары шулай уҡ социаль селтәрҙә баҫыла», — тип хәбәр итте ойоштороусылар.
Әле дзюдо, 3х3 баскетбол һәм пляж волейболы буйынса ярыштар уҙасаҡ бер нисә спорт объекттарын реконструкциялау бара. Шулай уҡ ойоштороусылар социаль селтәрҙә 2019 йылғы Халыҡ-ара балалар уйындарына ирекмәндәр йыйыуға төркөм асты.
«Алдағы айҙарҙа спорт сараһына уңайлы һәм байрам мөхитен булдырыуҙа ярҙам итәсәк ирекмәндәр төркөмөн ойоштороу күҙаллана», — тип билдәләй ойоштороусылар.
Башҡортостандың баш ҡалаһы ҡунаҡтары өсөн мәҙәни программа әҙерләнә. Уның ярҙамында башҡа илдәрҙән килгән балалар һәм өлкәндәр Башҡортостан һәм уның милли колориты менән танышасаҡ.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, еңел атлетика һәм футбол буйынса ярыштарҙы Өфөнөң «Нефтсе» стадионы ҡабул итә, йөҙөү һәм фехтование буйынса – Ҡамышлы урамы буйынса төҙөлөп ятҡан үҙәктә, пляж волейболы һәм баскетбол буйынса – «Ҡашҡаҙан» мәҙәниәт һәм ял паркында, грек-рим көрәше буйынса – «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһы спорт залында, ҡаяға үрләү буйынса – «Ватан» паркында, дзюдо буйынса Баязит Бикбай урамындағы 32-се спорт мәктәбендә була. Ябыу тантанаһы «Ватан» паркының түбәнге майҙансығында уҙа.
Өфө 2011 йылда Халыҡ-ара балалар уйындарының даими ҡатнашыусыһы булып иҫәпләнә. 2013 йылда республиканың баш ҡалаһы ошо күмәк спорт ярыштарын ҡабул иткәйне.
http://www.bashinform.ru/news/1229293-v-ufe-nabirayut-volonterov-dlya-uchastiya-v-mezhdunarodnykh-detskikh-igrakh-2019/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика