07:25 (UTC+5), 24 Октября 2018

«Салауат Юлаев» СКА-ны ҡаршы ала: КХЛ-дың регуляр чемпионаты матчына фараздар

«Салауат Юлаев» хоккей клубы
Наталья Овчарук
ӨФӨ, 2018 йыл, 24 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. 24 октябрҙә «Салауат Юлаев» үҙ боҙонда СКА-ны ҡабул итә. Ярышташтар Континенталь хоккей лигаһының 11-се миҙгелендә осрашҡайны инде. Ул саҡта Өфө клубы биш йыл эсендә тәүге тапҡыр хужаларҙы Петербург боҙонда еңде (4:1).
Уҙған осрашыуҙа «юлаевсылар» өйҙә Омскиҙың «Авангард»ына овертаймда футбол иҫәбе (0:1) менән еңелде. Еңелеүгә ҡарамаҫтан, «Салауат» ҡапҡасыһы Юха Метсоланы матчтың төп геройы тип атанылар: ул 43 шайбаның 42-һен кире ҡаҡты.
СКА, өфөләр кеүек, уҙған осрашыуҙа үҙенең принципиаль ярышташы ЦСКА-ға буллиттар серияһында (1:2) еңелде. Төньяҡ баш ҡаланан боҙ дружинаһы лигала тигеҙ составта уйын буйынса иң көслөләрҙең береһе булып һанала. Билдәләп үтергә кәрәк, Илья Воробьев командаһы һуңғы 16 матчта тотороҡло рәүештә мәрәйҙәр йыя.
Букмекерҙар «Салауат Юлаев» — СКА уйынында фаворитты атарға ҡыйынһына. Әммә бөгөн ябыҡ хоккей булыуын фаразлай. «Өфө-Арена»ла осрашыу урындағы ваҡыт буйынса киске сәғәт 7-лә башлана.
http://www.bashinform.ru/news/1228497-salavat-yulaev-vstrechaet-ska-prognozy-na-match-regulyarnogo-chempionata-kkhl/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика