08:15 (UTC+5), 22 Октябрь 2018

«Салауат Юлаев» сираттағы өйҙәге серияны «Авангард» менән башлай - фараздар

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Наталья Овчарук
ӨФӨ, 2018 йыл, 22 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. 22 октябрҙә «Өфө-Арена» боҙонда «Салауат Юлаев» хоккей клубының сираттағы өйҙәге серияһы башлана. Николай Цулыгин командаһы Омскиҙың «Авангард»ын ҡабул итә.
Әлеге ваҡытта, һуңғы өс уйында ике еңелеүгә ҡарамаҫтан («Автомобилист» һәм «Аҡ Барс» менән), «юлаевсылар» элеккесә Континенталь хоккей лигаһының тәүге алтын клубына инә. Айырыуса белгестәр «Салауат»тың кәм иҫәптә уйнауын билдәләй – уйынсыларҙың ышаныслы булыуы 87%. Омскиҙар менән матчта Өфө командаһына Захар Арзамасцев, Сергей Терещенко, Станислав Гареев һәм Антон Бурдасов ярҙам итә алмай.
«Авангард» уҙған көндә «Трактор»ға еңелде (1:2). Омскиҙың боҙ дружинаһы өсөн был икенсе тапҡыр рәттән еңелеү булды. Хәҙер Боб Хартли тәрбиәләнеүселәре Көнсығышта икенсе баҫҡыста тора, әммә лидерҙан (Екатеринбург «Автомобилис»ы) инде 10 мәрәйгә ҡалыша. «Авангард»тың күпселектә күрһәткесе яҡшыларҙан түгел – тормошҡа ашырыу күрһәткесе 18,6%. Команда лазаретында элеккесә ҡапҡасы Кари Рамо, һаҡсылар Максим Березин һәм Никита Пивцакин, һөжүм итеүсе Александр Яремчук.
Ставкалар буйынса букмекерҙар омкиҙарға өҫтөнлөк бирә, әммә Башҡортостандың баш ҡалаһында осрашыу төп ваҡытта тигеҙ иҫәптә тамамланыр тигән фекерҙәр бар. «Салауат Юлаев» — «Авангард» матчы урындағы ваҡыт буйынса киске сәғәт 7-лә башлана.
http://www.bashinform.ru/news/1227287-salavat-yulaev-nachinaet-ocherednuyu-domashnyuyu-seriyu-s-avangarda-prognoz-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика