Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
15+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
22 Октябрь 2018, 11:48

Башҡортостан спортсыһы самбо буйынса донъя беренселегендә алтын миҙал яуланы

ӨФӨ, 2018 йыл, 22 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостан спортсыһы Лилиана Сәлимйәнова егеттәр һәм ҡыҙҙар араһында самбо буйынса донъя беренселегендә «алтын» яуланы. Ярыштар Тбилисиҙа (Грузия) уҙҙы.
Унда 30 илдән 250 спортсы ҡатнашты. Рәсәй йыйылма командаһы составында яҡташыбыҙ, Туймазы ҡалаһы ҡыҙы Лилиана Сәлимйәнова сығыш яһаны. Ул 44 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында еңеүсе булды.
Был Лилиананың ағымдағы миҙгелдә халыҡ-ара аренала тәүге наградаһы түгел, тип хәбәр итә Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы. 2018 йылда апрелендә ул 40 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында егеттәр һәм ҡыҙҙар араһында Европа беренселеген яуланы.
http://www.bashinform.ru/news/1227017-sportsmenka-iz-bashkirii-vyigrala-zoloto-na-pervenstve-mira-po-sambo/
Теги:самбо
Читайте нас: