09:01 (UTC+5), 18 Октября 2018

Континенталь хоккей лигаһындағы 11-се миҙгелдең икенсе «йәшел дерби»йы: «Салауат Юлаев» «Аҡ Барыҫ»тан реванш алырмы?

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 18 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. 18 октябрҙә «Татнефть-Арена» боҙонда Континенталь хоккей лигаһындағы 11-се миҙгелдең икенсе «йәшел дерби»йы була. Уҙған осрашыуҙа Ҡазандың «Аҡ Барыҫ»ы ҡунаҡта булиттар серияһында «Салауат Юлаев»ты еңде (5:4).
Бөгөнгө ярышташтар турнир таблицаһында күршеләш тора: Ҡазан клубы — өсөнсө урында (19 уйында 26 мәрәй), Өфө командаһы — дүртенселә (18 матчта 25 мәрәй).
«Юлаевсылар» аҙсылыҡта (86% һәм дүртенсе һөҙөмтә) һәм күпселектә (27,5%) уйнау күрһәткестәре буйынса әүәлгесә иң яҡшыларҙың береһе. «Аҡ Барыҫ» һанлы өҫтөнлөктә лигала 18-се генә һөҙөмтә күрһәтә (16,7%).
Бөгөнгө уйында Николай Цулыгин командаһы үҙ майҙанында еңелгәне өсөн реванш алыр, тип ышана букмекерҙар. Осрашыу Өфө ваҡыты буйынса киске 10-сы яртыла башлана.
http://www.bashinform.ru/news/1225887-vtoroe-zelenoe-derbi-11-sezona-kkhl-vozmet-li-revansh-salavat-yulaev-u-ak-barsa-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика