Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
24+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
18 Октябрь 2018, 11:15
Башҡортостан спортсыһы бокс буйынса Европа беренселегенең көмөш призеры булды
БР Спорт министрлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 18 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Анапала 15-16 йәштәге егеттәр һәм ҡыҙҙар араһында бокс буйынса Европа беренселеге тамамланды. Ярыш йомғаҡтары буйынса Рәсәйҙең ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар йыйылмалары дөйөм команда зачетында еңде, төрлө дәрәжәле 17 миҙал яулап.
Ҡатын-ҡыҙҙар командаһында Башҡортостан спорты тәрбиәләнеүсеһе, Октябрьский ҡалаһы ҡыҙы Азалия Әминева сығыш яһаны. Ул 57 килограмға тиклем ауырлыҡ категорияһында көмөш миҙал яуланы, тип хәбәр иттеләр республиканың Спорт министрлығында.
http://www.bashinform.ru/news/1225799-sportsmenka-iz-bashkirii-stala-serebryanym-prizerom-pervenstva-evropy-po-boksu/
Автор:
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги:
европа чемпионаты
бокс
Читайте нас: