03:25 (UTC+5), 10 Октябрь 2018

Кугрышевтың икенсе шайбаһы «Салауат Юлаев»ҡа «Авангард»ты еңергә ярҙам итте

Олег Яровиков
Наталья Овчарук
ӨФӨ, 2018 йыл, 10 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. 9 октябрҙә «Салауат Юлаев» үҙендә Омскиҙың «Авангард»ын ҡабул итте. Өфө командаһы шунда уҡ уйынға дәрт өҫтәне һәм ҡунаҡтарҙың тренерҙар штабын ҡапҡасыны алмаштырырға мәжбүр итте: Игорь Бобков беренсе осорҙа өс шайба үткәреп, ял итергә китте. «Юлаевсылар» командаһында Кугрышев ике тапҡыр уңышҡа өлгәште, һуңынан өҫтөнлөктө Солодухин арттырҙы. Омскиҙар ҡапҡаһын һаҡларға Алексей Мурыгин сыҡты.
Тәнәфестән һуң «Авангард» ике шайбаны кире ҡайтарҙы. Беренсе мәрәйҙе үҙ иҫәбенә Дэвид Деарне, икенсеһен күпселектә Максим Чудинов яҙҙы. «Юлаевсылар» яуап ҡайтара алманы. Өсөнсө осорға ярышташтар боҙға 3:2 иҫәбе менән сыҡты.
Өсөнсө осорҙа ҡунаҡтар алтынсы уйынсы һәм 30 секундлы тәнәфес ярҙамында уйынды овертаймға күсерергә маташты. Килеп сыҡманы. Өфөләр ике мәрәй алды.
http://www.bashinform.ru/news/1222357-dubl-kugrysheva-salavatu-yulaevu-pobedit-avangard/
1 из 9
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика