14:04 (UTC+5), 08 Октябрь 2018

Башҡортостан йөҙөүсеһе Полина Егорова үҫмерҙәрҙең III йәйге Олимпия уйындарында «алтын» яуланы

Полина Егорованың шәхси архивы
Полина Егорованың шәхси архивы
ӨФӨ, 2018 йыл, 8 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Буэнос-Айрестағы үҫмерҙәрҙең III йәйге Олимпия уйындарында Башҡортостандан өс спортсы сығыш яһай. Тәүге стартта йөҙөүселәр араһында илебеҙ өсөн алтын миҙалды Полина Егорова яуланы. Салауат ҡалаһы спортсыһы ҡатнаш эстафетанан һуң (4х100 метр, ирекле стиль) почет пьедесталының беренсе баҫҡысына күтәрелде. Икенсе урынды – бразилиялылар, өсөнсөнө Ҡытай Халыҡ Республикаһы вәкилдәре алды.
Башҡортостан Республикаһы Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, үҫмерҙәрҙең Олимпия уйындарында 15-18 йәшлек 4 мең спортсы ҡатнаша. Халыҡ-ара ярыштарҙа миҙал яулар өсөн донъяның 206 иленән вәкилдәр килгән.
Шулай уҡ Рәсәй йыйылмаһы составында Башҡортостанда тағы ике спортсы: Станислав Черемискин (уҡ атыу) һәм Айгөл Гәрәева (велоспорт) сығыш яһай.
«2014 йылда Нанкиндағы Уйындар менән сағыштырғанда, быйылғы программаға биш яңы спорт төрө: брейк-данс, каратэ, ҡаяға үрмәләү, роллер-спорт һәм акробатика индерелгән. Ике спорт төрө – сквош һәм поло – күрһәтеү өсөн», — тип һөйләнеләр ведомствола.
http://www.bashinform.ru/news/1221439-plovchikha-iz-bashkirii-polina-egorova-vyigrala-zoloto-iii-letnikh-yunosheskikh-olimpiyskikh-igr/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика