Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
25+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
27 Сентябрь 2018, 08:55
Башҡортостан рапирасылары Европа чемпионаты еңеүселәре булды
БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 27 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Рәсәйҙәр коляскала фехтование буйынса Европа чемпионатынан һигеҙ алтын, өс көмөш һәм туғыҙ бронза миҙал алып ҡайтты. Дөйөм команда зачетында рәсәйҙәр беренсе урын яуланы. Беҙҙең милли йыйылмала Башҡортостандың өс спортсыһы – Тимур Хаматшин, Альберт Камалов һәм Никита Нагаев сығыш яһаны.
«Рапирасылар араһында «А» категорияһында Никита Нагаев Европа чемпионатының көмөш призеры булды. Ул финалда ватандашы Роман Федяевҡа биреште. Рапирасыларҙың «В» категорияһы ярыштарында Альберт Камалов «бронза» яуланы», — тип хәбәр иттеләр республика Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
http://www.bashinform.ru/news/1216603-fekhtovalshchiki-iz-bashkirii-stali-pobeditelyami-chempionata-evropy-/
Автор:
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги:
коляскала фехтование
башҡортостан
европа чемпионаты
Читайте нас: