03:55 (UTC+5), 25 Сентября 2018

Йәйге биатлон буйынса республика йыйылмаһы Рәсәй чемпионатында «алтын» яуланы

Рәсәй Биатлонсылар союзы
Наталья Овчарук
ӨФӨ, 2018 йыл, 25 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. 23 сентябрҙә Төмәндә йәйге биатлон буйынса Рәсәй чемпионатында эстафета уҙышында миҙалдар уйнатылды. Был дисциплинала Башҡортостан йыйылмаһы иң яҡшыһы булды. Антон Бабиков, Эдуард Латипов, Александр Бабчин һәм Алексей Петров командаһы алтын миҙалдар яуланы. Финишҡа икенсе булып Ханты-Манси автономиялы округы спортсылары килде, Санкт-Петербург биатлонсылары – өсөнсө.
«Башҡортостандың ҡатын-ҡыҙҙар йыйылмаһы унынсы һөҙөмтә күрһәтте», — тип асыҡлыҡ индерҙеләр Башҡортостан Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
25 сентябрҙә шәхси ярышта еңеүселәрҙең исемдәре билдәле була.
http://www.bashinform.ru/news/1215534-sbornaya-bashkirii-po-letnemu-biatlonu-vyigrala-zoloto-chempionata-rossii-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика