04:50 (UTC+5), 25 Сентября 2018

«Салауат Юлаев» командаһы «Трактор»ҙы ҡыйратты

Олег Яровиков
Наталья Овчарук
ӨФӨ, 2018 йыл, 25 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Ағымдағы миҙгелдә «Салауат Юлаев» хоккей командаһының икенсе ҡунаҡтағы серияһы еңеүҙән башланды. Силәбелә Өфө командаһы урындағы «Трактор»ҙы ҡыйратты – 0:5. Өҫтәүенә, Николай Цулыгин тәрбиәләнеүселәре тәүге ике шайбаны Василий Демченко ҡапҡаһына кәмселектә оҙатты. Беренсене Петр Хохряков индерҙе, хужаларҙың ҡапҡасыһы менән икәүҙән-икәү сығып. Икенсе осор аҙағында шайбаны Александр Кадейкин индерҙе. Өсөнсө егерме минут башланғас Тему Хартикайнен тигеҙ уйынсылар иҫәбендә Башҡортостан командаһының өҫтөнлөгөн арттырҙы. Уға яңы «юлаевсылар» Павел Коледов һәм Артем Федоров ярҙам итте. Бер аҙ һуңыраҡ Филип Ларсен шайбаға эйә булып, хужаларҙың һаҡсыһын урап, шайбаны Максим Майоровҡа тапшырҙы – 0:4.
Финал сиренаһына бер минут ҡалғас Силәбе хоккейы тәрбиәләнеүсеһе Антон Бурдасов был осрашыуға нөктә ҡуйҙы.
Билдәләп үтергә кәрәк, Финляндия голкиперы Юха Метсола үҙ иҫәбенә КХЛ-дың 1-се миҙгелендә тәүге «ҡоро иҫәпте» яҙҙы.
«Салауат Юлаев» киләһе уйынды 26 сентябрҙә Минскиҙың «Динамо»һында ҡунаҡта үткәрә. Матч Мәскәү ваҡыты буйынса киске 8-се яртыла башлана.
http://www.bashinform.ru/news/1215712-salavat-yulaev-razgromil-traktor-dve-shayby-v-menshinstve-i-pervyy-sukhar-metsoly/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика