06:50 (UTC+5), 25 Сентября 2018

Башҡортостан спортсылары кикбоксинг буйынса донъя беренселегендә ете миҙал яуланы

БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы
Наталья Овчарук
ӨФӨ, 2018 йыл, 25 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Италияның Лидо ди Езоло ҡалаһында кикбоксинг буйынса донъя беренселегендә Рәсәй йыйылмаһында Башҡортостандан 10 спортсы ҡатнашты. Уларҙың 15-18 йәштәге етәүһе төрлө дәрәжәле миҙалдар яуланы.
Алтын миҙалдар менән Өфөнән Валерий Евграфов («лайт контакт» дисциплинаһы, 94 килограмға тиклем ауырлыҡ категорияһы), Дарья Прошенкова («К1» дисциплинаһы, 48 килограмға тиклем) ҡайта. Шулай уҡ беренсе урынға Учалынан Урал Ғиниәтуллин («фулл контакт» дисциплинаһы, 42 килограмға тиклем) күтәрелде.
«Туймазынан Кристина Маликова (52 килограмға тиклем) һәм Сибайҙан Жаслан Костамуратов (81 килограмға тиклем) көмөш награда яуланы – ике спортсы ла «лоу кик менән фулл контакт» дисциплинаһында сығыш яһаны, - тип хәбәр иттеләр республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының матбуғат хеҙмәтендә. - Туймазынан Ровшан Закиров («лоу кик менән фулл контакт» дисциплинаһы, 54 килограмға тиклем) һәм Өфө ҡыҙы Дэрья Акьюз («К1» дисциплинаһы, 52 килограмға тиклем) «бронза» яуланы».
Донъя беренселегендә төрө илдәрҙән ике меңдән ашыу спортсы ҡатнашты.
http://www.bashinform.ru/news/1215591-sportsmeny-iz-bashkirii-zavoevali-sem-medaley-na-pervenstve-mira-po-kikboksingu-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика