13:30 (UTC+5), 20 Сентябрь 2018

«Салауат Юлаев» хоккей клубының элекке һөжүм итеүсеһе «Себер» менән килешеү төҙөнө

«Салауат Юлаев» хоккей клубы
«Салауат Юлаев» хоккей клубы
Наталья Овчарук
ӨФӨ, 2018 йыл, 20 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Континенталь хоккей лигаһының 30 йәшлек һөжүм итеүсеһе Дмитрий Саюстов «Себер» менән 11-се миҙгел аҙағына тиклем бер яҡлы контракт төҙөнө. Ошо хаҡта лиганың рәсми сайтында хәбәр ителә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, элек форвард, миҙгел барышында Өфөгә Владивостоктың «Адмирал»ынан күсеп, «Салауат Юлаев» хоккей командаһы өсөн сығыш яһаны. Башҡорт клубы өсөн регуляр чемпионатта 10 матч, плей-офта һигеҙ уйын үткәрҙе. Был ваҡыт эсендә һөжүм итеүсе бер шайба индерҙе һәм ике тапҡыр ассистент булды. «Салауат Юлаев» уйынсыһы менән килешеү йәйгеһен өҙөлдө.
Билдәләп үтергә кәрәк, әле «Себер»ҙә «Салауат Юлаев»тың элекке өс уйынсыһы: Энвер Лисин, Евгений Бодров һәм Өфө хоккейы тәрбиәләнеүсеһе Александр Логинов уйнай.
http://www.bashinform.ru/news/1213862-eks-napadayushchiy-khk-salavat-yulaev-podpisal-kontrakt-s-sibiryu/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика