Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
24+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
14 Сентябрь 2018, 09:00
«Салауат Юлаев» КХЛ-дың ғәмәлдәге чемпионы «Аҡ Барс»ты ҡабул итә: уйынға фараздар
«Салауат Юлаев» хоккей клубы
ӨФӨ, 2018 йыл, 14 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. 14 сентябрҙә «Өфө-Арена»һында Континенталь хоккей лигаһының 11-се миҙгелендә тәүге «йәшел дерби» була. «Салауат Юлаев» хоккей клубы лиганың ғәмәлдәге чемпионы «Аҡ Барс»ты ҡабул итә.
Миҙгел башынан Николай Цулыгин командаһы биш осрашыуҙың дүртәүһендә еңеү яуланы, ҡунаҡта Ярославлдең «Локомотив»ына бирешеп. Өфөнөң боҙ дружинаһы күп шайба үткәрә (14 шайба), әммә күп индерә лә (18 гол). Ҡазан клубы менән матчҡа «юлаевсылар» ике йәрәхәтләнгән уйынсы – Захар Арзамасцевһыҙ һәм Григорий Панинһыҙ, шулай уҡ төп ҡапҡасы Юха Метсолаһыҙ сыға.
Зинәтула Биләлетдинов тәрбиәләнеүселәре миҙгел башында бик үк чемпиондар уйыны күрһәтмәй: ике еңеү һәм өс еңелеү.
Эксперттар һәм букмекерҙар алдағы «йәшел дерби»ҙа фавориттар тип өфөләрҙе иҫәпләй, тәү сиратта үҙ майҙансығында уйнаған өсөн.
«Салауат Юлаев» — «Аҡ Барс» матчы урындағы ваҡыт буйынса киске сәғәт 7-лә башлана.
http://www.bashinform.ru/news/1210750-salavat-yulaev-vs-deystvuyushchego-chempiona-kkhl-ak-bars-prognozy-na-match-/
Автор:
Наталья Овчарук
Теги:
өфө
хоккей
кхл
салауат юлаев
йәшел дерби
Читайте нас: