Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
25+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
13 Сентябрь 2018, 10:50
Башҡортостан шахматсыһы Камила Байбурина – Анапала Рәсәй кубогы еңеүсеһе
«Толпар» шахмат клубы
ӨФӨ, 2018 йыл, 13 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Өфөләге «Толпар» шахмат клубы тәрбиәләнеүсеһе Камила Байбурина Анапала уҙған Рәсәй кубогында беренсе урын яуланы.
Ҡара диңгеҙ буйында Рәсәй кубогының сираттағы этабы илдең 15 йәшкә тиклем 16 иң көслө шахматсыһын йыйҙы. Камила Байбурина бөтә турнирҙарҙы ла бик һәйбәт үткәрҙе, туғыҙ партияның һигеҙендә еңде һәм һөҙөмтәлә ышаныслы рәүештә беренсе урын алды. Белгестәр был миҙгелдә ул ил кубогында уңышлы сығыш яһай тип билдәләне. Ҡыҙ ҡатнашҡан этаптарҙа икенсе урындан түбән төшмәгән. Хәҙер йәш Өфө шахматсыһының ҡышҡыһын үтәсәк Рәсәй кубогының суперфиналына үтергә бөтә мөмкинселектәре лә бар, тип хәбәр иттеләр «Толпар» шахмат клубында.
http://www.bashinform.ru/news/1210327-bashkirskaya-shakhmatistka-kamila-bayburina-pobeditel-kubka-rossii-v-anape/
Автор:
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги:
шахматтар
рәсәй кубогы
Читайте нас: