09:11 (UTC+5), 13 Сентября 2018

Башҡортостан Рәсәй йыйылмаһы составында Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарында өсөнсө урынды алды

Башҡортостан Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 13 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Донъяның 74 иленән 1900 спортсы. Ҡырғыҙстанда Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындары тамамланды. Рәсәй йыйылма командаһы составында ярыштарҙа ҡатнашып, Башҡортостандан 36 вәкил өсөнсө урынды алды.
«Дөйөм команда иҫәбендә Ҡырғыҙ Республикаһы йыйылмаһы еңеү яуланы (100 миҙал — 40 алтын, 30 көмөш һәм 30 бронза). Таблицаның икенсе баҫҡысын 69 миҙал менән Ҡаҙағстан йыйылмаһы биләй — 16 алтын, 24 көмөш һәм 29 бронза. Рәсәй командаһы — өсөнсө урында. Беҙҙең йыйылмала 52 миҙал — 16 алтын, 11 көмөш һәм 25 бронза. Дүртенсе урында — Төркмәнстан (27 миҙал — 10 алтын, 5 көмөш, 12 бронза), бишенселә — 33 миҙал менән Үзбәкстан командаһы, шуларҙың — 7-һе алтын, 8-е көмөш, 18-е – бронза», — тип хәбәр иттеләр республика Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Башҡортостан спортсылары түбәндәге дисциплиналарҙа төрлө дәрәжәләге миҙалдар яуланы: Гуштини милли камарбанди (тажик милли билбау көрәше) көрәшендә Артур Зөлҡәрнәев — 80 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында «алтын», «бронза» — Рәзил Шабиевта (68 килограмға тиклем); төркмән көрәшендә «бронза» — Евгений Бикташевта (62 килограмға тиклем); ҡаҙаҡ көрәшендә «көмөш» — Дмитрий Баляновта; азербайжан көрәшендә өсөнсө урын Илфаҡ Ибәтуллинда; бөркөт менән һунар итеүҙә Гөлгөнә Баймырҙина икенсе урынды алды, ә төрөк көрәше буйынса ярыштарҙа Курмангазы Шаймуханов бронза миҙал яуланы.
http://www.bashinform.ru/news/1210270-bashkiriya-zanyala-trete-mesto-na-vsemirnykh-igrakh-kochevnikov/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика