09:38 (UTC+5), 12 Сентября 2018

«Өфө» футбол клубының танылыуына бәйле сит илдәге киң мәғлүмәт саралары Башҡортостан хаҡында йышыраҡ яҙа башланы – Рөстәм Хәмитов

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 12 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. «Өфө» футбол клубы ойошторолоу менән Башҡортостандың сит ил киң мәғлүмәт сараларында өҙөмтә килтереү индексы артты. Йәштәр мәшғүллеге буйынса I «Уңышлы һәм мәшғүл булыу – трендлы булыу» – «PROFуспех» республика форумының пленар ултырышында сығыш яһағанда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов ошо хаҡта хәбәр итте.
– Ун йыл элек беҙҙе бер кем дә белмәй ине. Хәҙер өҙөмтә килтереү индексы тиҫтәләрсә тапҡырға артты, – тине Рөстәм Хәмитов, «Өфө» футбол клубының генераль директоры Шамил Ғәзизовтың сығышына аңлатма биреп.
«Бөтә донъя футбол тип хыяллана» һәм «Өфө»нөң уңыштары «республиканы үҫтереү күҙлегенән ҡыҙыҡлы маркетинг алымы»на әүерелә, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды төбәк башлығы.
– Бөгөн «Өфө» футбол клубы футболсылар менән тәьмин итә, шул иҫәптән донъялағы билдәле командарҙы ла, клуб Европа лигаһында ҡатнашты, – тине республика Башлығы Башҡортостан футбол клубының уңыштары хаҡында. – Бер кем дә биш-алты йыл эсендә яңы спорт командаһын ойоштороуға, уңыш ҡаҙаныуға һәм һөҙөмтәгә ирешеүгә ышанмай ине. Теләк һәм дәрт булһа, барыһына ла өлгәшергә мөмкин.
http://www.bashinform.ru/news/1209561-blagodarya-fk-ufa-o-bashkortostane-stali-chashche-pisat-zarubezhnye-smi-rustem-khamitov/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика