Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
15+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
11 Сентябрь 2018, 10:15
Республиканың баш ҡалаһы «Милләттәр кросы»н ҡабул итә
асыҡ сығанаҡтарҙан
ӨФӨ, 2018 йыл, 11 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Шәмбе, 15 сентябрҙә, Өфөлә Рәсәйҙә иң ҙур спорт сараларының береһе үтә. Башҡортостандың баш ҡалаһы «Милләттәр кросы»н ҡабул итә.
«Башҡортостан Республикаһында үҙәк старт «Ҡашҡаҙан» мәҙәниәт һәм ял паркында бирелә. Сара иртәнге сәғәт 11-ҙә башлана. Арауыҡты парк биләмәһендә йүгерәләр», — тип асыҡлыҡ индерҙеләр республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығында.
Теге йәки был арауыҡты йүгерергә теләүселәрҙең үҙҙәре менән физик эш рөхсәт ителгән медицина белешмәһе булырға тейеш.
Өфө биләмәһендә «Милләттәр кросы»нда ҡатнашыу өсөн ғаризаны тултырып, уны 13 сентябргә тиклем sportufa113@mail.ru адресына ебәрергә кәрәк. Шулай уҡ уны «Милләттәр кросы» көнөндә лә эшләргә мөмкин.
http://www.bashinform.ru/news/1209103-stolitsa-bashkirii-primet-kross-natsii/
Автор:
Наталья Овчарук
Теги:
өфө
милләттәр кросы
Читайте нас: