13:41 (UTC+5), 05 Сентября 2018

«Салауат Юлаев» овертаймда «Северсталь» командаһын еңде

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 5 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. 11-се миҙгелдең икенсе матчын «Салауат Юлаев» хоккей клубы Череповецта урындағы «Северсталь» менән үткәрҙе. Тәүге осорҙа көйәрмәндәр дүрт шайбаны күрҙе. Был осрашыуҙа иҫәпте хужалар асты: Картер Эштон дүртенсе минутта уҡ Метсола ҡапҡаһына шайба индерҙе. Һуңынан уйынға «юлаевсылар» ҡушылды: Кадейкин, Майоров һәм Кугрышев айырылып торҙо.
Икенсе егерме минутлыҡта республика командаһы өҫтөнлөгөн юғалтты — 3:3.
Өфө командаһы өсөнсө ваҡыт арауығын да төшөрөп ҡалдырҙы. Был юлы хужалар араһынан Юрий Трубачев һәйбәт уйнаны. Николай Цулыгин тәрбиәләнеүселәре хәлде төҙәтергә һәм сираттағы тапҡыр уйынды овертаймға күсерергә тырышты. Бурдасов финал сиренаһына тиклем 24 секунд ҡалғас иҫәпте тигеҙләй алды — 4:4.
Овертаймда йәнә өфөләр көслөрәк булып сыҡты. Доминик Фурх ҡапҡаһына бишенсе шайбаны Йонас Кемпайнен индерҙе.
Киләһе осрашыуҙы «Салауат Юлаев» 6 сентябрҙә Ярославлдә «Локомотив» менән уҙғара.
http://www.bashinform.ru/news/1205684-salavat-yulaev-v-overtayme-oderzhal-pobedu-nad-severstalyu/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика