04:40 (UTC+5), 03 Сентября 2018

Рөстәм Хәмитов Өфө халыҡ-ара марафонында ҡатнашты

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 3 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 2 сентябрҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Өфө халыҡ-ара марафонында ҡатнашты.
Быйыл марафон дүртенсе тапҡыр уҙҙы. Сарала 10 илдән 3,5 меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Программала 3,10, 21, 1 һәм 42,2 саҡрымлыҡ арауыҡтар, шулай уҡ 4×10 саҡрымлыҡ эстафета һәм хендбайкерҙар – һаулыҡ мөмкинлектәре сикле спортсылар ярышы ҡаралғайны.
– Спорт – ул һәйбәт, ә ошолай күмәкләп йүгереүҙәр – бигерәк тә. Мин Өфө марафонында тәүгә ҡатнашам. Башҡалар кеүек үк, бер аҙ тулҡынланам, сөнки был – саҡырыу. Бындай саранан адреналин алаһың, – тине Рөстәм Хәмитов.
Республика башлығы «Мәрхәмәт» хәйриә мәғариф фонды ойошторған #бегупомогуакцияһы барышында 3 саҡрым арауыҡты йүгереп үтте.
– Теге йәки был сәбәптәр арҡаһында йүгерә, ярыштарҙа ҡатнаша алмаған балаларға ярҙам итке килә. Мин дә, хәйриә фонды командаһы ла әлеге сараларҙа ошо балалар өсөн ҡатнашабыҙ, – тип хәбәр итте Башҡортостан Башлығы. – Бынан тыш, интернетта аҡса йыйыу ойошторҙоҡ. Атап әйткәндә, мин, әгәр шулай тип әйтергә мөмкин булһа, бөгөн бында килә алмаған ике малай өсөн аҡса йыйыуға яуап бирҙем. Улар күберәк өйҙә ултыра, ҡайһы берҙә «Мәрхәмәт» уҡыу үҙәгенә килә. Беҙ һәйбәт сумма йыйҙыҡ, был уларҙы йыл ярым уҡытырға етергә тейеш.
Республика башлығы журналистарға физкультура менән даими шөғөлләнеү уға ошо арауыҡты үтергә ярҙам итергә тейешлеге хаҡында һөйләне.
– Иң мөһиме – һөҙөмтәләр түгел, ә ҡатнашыу. Спорт менән шөғөлләнгән, бер үк ваҡытта оло йөрәкле, шул иҫәптән үҙҙәрен шәфҡәтлелек эшенә биргән кешеләр күп, – тине Рөстәм Хәмитов. – Өфө марафонының билдәле бер тарихы ла бар. Унда меңдәрсә кешенең йүгереүе бик ҡыуаныслы. Өҫтәүенә беҙгә башҡа ҡалаларҙан да киләләр. Быларҙың барыһы ла оптимистик тулҡынға көйләй. Тимәк, беҙ дөрөҫ эшләйбеҙ. Иң мөһиме – мохтаждарға ярҙам итәбеҙ.
1 из 11
http://www.bashinform.ru/news/1204494-rustem-khamitov-prinyal-uchastie-v-ufimskom-mezhdunarodnom-marafone/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика