12:01 (UTC+5), 03 Сентября 2018

Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарында яҡташтарыбыҙ тажик билбау көрәшендә миҙалдар яуланы

Башҡортостан Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 3 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. 2 сентябрҙә бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындары барышында Башҡортостан вәкилдәре тәүге миҙалдар яуланы. Гуштини милли камарбанди көрәшендә (тажик милли билбау көрәше) Артур Зөлҡәрнәев 80 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында алтын миҙал алды, ә Рәзил Шабиев 68 килограмға тиклемге категорияла почет пьедесталының өсөнсө баҫҡысына күтәрелде.
Йәкшәмбе «Көк-бөрү» йәрәбәһе лә уҙҙы. Командалар дүрт төркөмгә бүленде (һәр береһендә өсөшәр). Башҡортостан спортсылары Франция һәм Үзбәкстан вәкилдәре менән көс һынаша, тип хәбәр иттеләр республика Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Ҡырғыҙстанға бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарына Башҡортостандан 36 спортсы юлланды. Ярыштар 8 сентябргә ҡәҙәр дауам итә, унда 66 илдән һәм Рәсәйҙең 11 субъектынан 1 556 спортсы ҡатнаша.
http://www.bashinform.ru/news/1204736-na-vsemirnykh-igrakh-kochevnikov-sportsmeny-iz-bashkirii-zavoevali-zoloto-i-bronzu-v-tadzhikskoy-nats/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика