Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.69
-0.36
98.56
-0.08
82.82
-0.85
-2 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
27 Август 2018, 15:33

Республикала спортсыһы байдаркала һәм каноэла ишеү буйынса донъя чемпионатында бронза миҙал яуланы

Башҡортостан Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы
Башҡортостан Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 27 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Башҡортостан вәкиле Илья Первухин Португалияла байдаркала һәм каноэла ишеү буйынса донъя чемпионатында бронза миҙал яуланы. Рәсәй йыйылмаһы составында ул Кирилл Шамшурин менән 1000 метрлыҡ арауыҡта өсөнсө булды.
Шулай уҡ донъя чемпионатында Рәсәй исеменән тағы бер Башҡортостан спорты тәрбиәләнеүсеһе Олег Синявин сығыш яһаны. Ул байдаркала ишеүселәр квартетында 1000 метрлыҡ арауыҡта дүртенсе урныды алды.
Рәсәй йыйылмаһы дөйөм команда иҫәбендә өсөнсө урынға лайыҡ булды, көмөш миҙалдар — Венгрияла, алтын — Германияла.
http://www.bashinform.ru/news/1201844-sportsmen-iz-bashkirii-zavoeval-bronzu-na-chempionate-mira-po-greble-na-baydarkakh-i-kanoe/
Читайте нас: