11:58 (UTC+5), 27 Август 2018

Нефтекама хоккей буйынса халыҡ-ара «Дүрт милләт турниры»н ҡабул итә

«Торос» хоккей клубы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 27 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Нефтекама ҡалаһы 2019 йылдың 11-15 апрелендә 16 йәшкә тиклемге юниор йыйылма командалары араһында хоккей буйынса халыҡ-ара «Дүрт милләт турниры»н ҡабул итә. Был хаҡта Рәсәй Хоккей федерацияһында рәсми белдерҙеләр.
Рәсәй Хоккей федерацияһы вәкилдәре һүҙҙәренсә, был турнирҙы уҙғарыуға Санкт-Петербург, Силәбе ҡалалары һәм Мәскәү өлкәһе лә дәғүә иткән. «Нефтекаманың хоккейы һәйбәт, киләсәге яҡшы һәм мин ошо турнирҙы юғары кимәлдә уҙғарырбыҙ тип ышанам», — тип вәғәҙәләне Рәсәй Хоккей федерацияһының Һамарҙағы филиалы етәксеһе Владимир Асеев.Киләһе йылдың яҙында Нефтекамаға Рәсәй, Швеция, Финляндия һәм Чехия илдәренең йәш хоккейсылары килә. «Асыҡланған нюанстарҙы ҡараныҡ. Федерацияла әйтеүҙәренсә, артабан «Торос» клубы һәм Нефтекама ҙурыраҡ ярыштарҙы уҙғарыу майҙансығы булараҡ ҡарала», — тип хәбәр итте «Торос» хоккей клубының генераль директоры Марат Мортазин.
Бынан алда Нефтекамаға халыҡ-ара ярыштар ойоштороу өсөн шарттар менән танышыу өсөн Рәсәй Хоккей федерацияһы вәкилдәре килгәйне. Рәсми вәкилдәр Башҡортостандағы хоккей менән ҡәнәғәт ҡалды.
http://www.bashinform.ru/news/1201904-ofitsialno-neftekamsk-primet-mezhdunarodnyy-khokkeynyy-turnir-chetyrekh-natsiy/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика