11:49 (UTC+5), 23 Августа 2018

Республикала «Салауат Юлаев» уйындарын башҡортса комментарийҙар менән ҡарарға мөмкин

асыҡ сығанаҡтарҙан
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 23 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Өфөлә Башҡортостан юлдаш телевидениеһының башҡорт телен белгән хоккей комментаторҙары конкурсының тәүге этабы тамамланды.
Тыңлау йомғаҡтары буйынса дүрт конкурсант һайлап алынды. Икенсе этапта көрәште Илнур Ғәлиуллин, Ленария Ямалетдинова, Рәмил Урманшин һәм Фәрүәз Рафиҡов дауам итә, тип хәбәр иттеләр компаниянан. Ошо ял көндәрендә үк улар «Башҡортостан Республикаһы кубогы»н яҙҙырыуҙа эшләй. Конкурс еңеүсеһен һәм беренсе башҡорт спорт комментаторының исемен яңы хоккей миҙгеле башланыуға иғлан итәләр.
Башҡорт телендәге комментарийҙар менән хоккей уйынын «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһына ҡараған «Ҡурай» музыкаль-мәғлүмәт телеканалы эфирында күрһәтеү күҙаллана. Трансляциялар параллель рәүештә бара: «Ҡурай»ҙа ла, Башҡортостан юлдаш телевидениеһында ла.
«Беҙгә башҡорт телендәге спорт трансляциялары тамашасыларҙа ҡыҙыҡһыныу уятырмы-юҡмы икәнлеген аңлау мөһим, — тине Спорт БИЗНЕС Online редакцияһына «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһының генераль директоры Рөстәм Зәрәфетдинов. — Республикалағы төп халыҡтың телен һаҡлау һәм үҫтереү күҙлегенән был ҡыҙыҡлы һәм файҙалы булыр ине».
http://www.bashinform.ru/news/1200736-v-bashkirii-matchi-salavata-yulaeva-budut-kommentirovat-na-rodnom-yazyke/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика