12:44 (UTC+5), 14 Августа 2018

Словенияның «Домжале» һөжүмсеһе «Өфө» менән оҙайлы контрактҡа ҡул ҡуйҙы

«Өфө» футбол клубы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 14 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Һуңғы көндәрҙә «Өфө» футбол клубы тирәләй Словения һөжүмсеһе Ловро Бизяк менән килешеү төҙөүҙәре хаҡында хәбәрҙәр ҡуйырҙы. 14 августа Башҡортостан командаһы етәкселеге уның күсеүен рәсми раҫланы.
«24 йәшлек уйынсы «Өфө» менән дүрт йылға килешеү төҙөнө», — тип хәбәр иттеләр клубтың матбуғат хеҙмәтенән.
Ловро Бизяк — «Шмартно 1928» футбол клубы тәрбиәләнеүсеһе. Уйынсы Словенияның «Ковинар», «Алюминий» һәм Австрияның «Вилдон» командалары өсөн дә сығыш яһаған. Бынан алда Бизяк «Домжале» өсөн уйнаған, футболсы 46 уйын үткәргән һәм 16 гол индергән. Был миҙгелдә Ловро ике гол менән айырылып торҙо, туптарының береһе Европа лигаһының 2-се квалификациялы раунды матчында «Өфө» ҡапҡаһына инде.
http://www.bashinform.ru/news/1197216-ofitsialno-forvard-slovenskogo-domzhale-podpisal-dolgosrochnyy-kontrakt-s-ufoy/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика