05:51 (UTC+5), 13 Августа 2018

Республика шашкасылары Литвала Европа беренселегендә чемпиондарса сығыш яһаны

асыҡ сығанаҡтарҙан
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 13 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Вильнюста йәштәр араһында халыҡ-ара шашка буйынса XX Европа беренселеге тамамланды. Унда Башҡортостандан туғыҙ спортсы уңышлы сығыш яһаны.
Һуңғы көндә Рәсәй йыйылмаһы йәшен тиҙлегендәге программала өс алтын, дүрт көмөш һәм дүрт бронза миҙал яуланы. «Башҡортостан» үҙәк шашка клубының әҙерлек төркөмө спортсылары дөйөм Рәсәй командаһына алтын һәм ике бронза килтерҙе. Шулай уҡ тәүге унауҙа урындар алған спортсыларыбыҙ ярҙамында — тап улар дөйөм команда иҫәбенә инә — Рәсәй йыйылмаһы команда турнирында еңде.
Башҡортостан спортсылары өс программала өс алтын, бер көмөш һәм дүрт бронза миҙал алды. Рәсәй йыйылмаһы — 10 алтын, 10 көмөш һәм 10 бронза миҙал. Даниил Ильин һәм Кристина Осипова икешәр: алтын һәм бронза миҙал яуланы. Аделия Ғәзизова — алтын, Агата Парахина — көмөш, Руфина Әйүпова һәм Тамерлан Әхмәров — бронза.
Команда иҫәбендә спортсыларыбыҙҙың һәр ҡайһыһы Рәсәй йыйылмаһы составында еңеүсе булды. Композиция буйынса турнирҙа өс миҙал: Адель Ғәзизовала — көмөш, Арыҫлан Әхмәтйәновта һәм Айгизә Мөхәмәтйәновала — бронза, тип хәбәр иттеләр «Башҡортостан» шашка клубының матбуғат хеҙмәтенән.
http://www.bashinform.ru/news/1196538-shashisty-bashkirii-po-chempionski-vystupili-na-pervenstve-evropy-v-litve/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика