08:45 (UTC+5), 13 Августа 2018

Өфөлә 15 мең тамашасыға иҫәпләнгән яңы футбол стадионы төҙөлә

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 13 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Өфөлә яңы футбол стадионы төҙөү өсөн майҙансыҡ һайлайҙар. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республиканың баш ҡалаһын үҫтереү башланғыстарына арналған форумда ошо турала хәбәр итте. Яңы спорт объектын урынлаштырыу варианттары иҫәбендә – Затон күпере аръяғындағы, аэропортҡа илткән юлдағы майҙансыҡтар, шулай уҡ Өфө ярымутрауы тип йөрөтөлгән биләмәлә стадион төҙөү мөмкинлеге ҡарала. Һуңғы вариант ҙур өҫтөнлөккә эйә, сөнки уйындарға бөтә ҡала халҡын йәлеп итергә мөмкинлек бирер ине.
– Беҙгә, ысынлап та, яңы стадион кәрәк. «Нефтсе» беҙҙе күпмелер ваҡытҡа ҡотҡарҙы, ләкин хәҙер ҡалаға яңы спорт объекты кәрәк икәнлеген күрәбеҙ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Бындай спорт объекттары биләмәне цивилизациялы үҫтереүгә артабанғы аҙым булып тора. Бөгөн Түбәнге Новгородта, Саранскиҙа, Волгоградта икенсе лига командалары суперзаманса стадиондарҙа уйнай, унда 20-40 мең тамашасы килә.
«Өфө» футбол клубы өсөн яңы стадион проектын Белоруссияла «ҡарап ҡайтҡандар». Ул 15-16 мең тамашасыны һыйҙырыр тип күҙ уңында тотола. Проекттың хаҡы 3-4 миллиард һумға баһалана – был Рәсәй ҡалаларында футбол буйынса донъя чемпионаты уңайынан төҙөлгән стадиондарҙан биш тапҡырға осһоҙораҡ.
– Республика ошондай объекттар төҙөү мөмкинлегенә эйә, – тине Рөстәм Хәмитов. – Проект һәм пландар бар, беҙ уларҙы бойомға ашырырбыҙ тип ышанам.
http://www.bashinform.ru/news/1196666-v-ufe-poyavitsya-novyy-futbolnyy-stadion-na-15-tysyach-zriteley/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика