Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.01
-0.12
98.72
+0.01
89.29
+0.18
17+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
8 Август 2018, 10:13

«Урал» волейбол клубында — яңы үҙәк һөжүмсе

ӨФӨ, 2018 йыл, 8 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Өфөнөң «Урал» волейбол клубы составын Денис Черейский тулыландырҙы. Үҙәк һөжүмсе республика командаһы менән бер йыллыҡ контрактҡа ҡул ҡуйҙы, тип хәбәр итә «Урал» волейбол клубының матбуғат хеҙмәте.
Бынан алда Черейский Петербургтың «Зенит»ы өсөн сығыш яһаны. Уҙған миҙгелдә волейболсы төньяҡ баш ҡала клубы өсөн 16 уйын үткәрҙе, уларҙа 14 мәрәй йыйҙы (12-һе атакала, һөҙөмтәлелек 71%, икәүһе — тапшырыуҙан).
http://www.bashinform.ru/news/1194668-v-voleybolnom-klube-ural-poyavilsya-novyy-tsentralnyy-blokiruyushchiy-/
Читайте нас: