11:34 (UTC+5), 07 Август 2018

«Салауат Юлаев» хоккей клубы тәрбиәләнеүселәре Третьяк кубогында бронза миҙалдар яуланы

«Салауат Юлаев» хоккей клубы
«Салауат Юлаев» хоккей клубы
ӨФӨ, 2018 йыл, 7 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. «Юлаевсы»лар 2005 йылғылар командалары араһында Третьяк кубогы өсөн халыҡ-ара хоккей турнирынан бронза миҙалдар менән ҡайтты. Башҡортостан хоккейы тәрбиәләнеүселәре төп трофей өсөн Рәсәйҙән, Швециянан, Чехиянан, Финляндиянан һәм Төньяҡ Американан 12 команда менән көс һынашты.
«Төркөм этабында командабыҙ өс еңеү яуланы һәм ике тапҡыр еңелде. Һөҙөмтәлә «юлаевсы»лар 10 мәрәй йыйып, икенсе урынды алды һәм төркөмдән сыҡты», — тип хәбәр иттеләр «Салауат Юлаев» хоккей клубының матбуғат хеҙмәтенән.
Ярымфиналда Дмитрий Калачев тәрбиәләнеүселәре Череповец ҡалаһының «Северсталь» командаһынан еңелде. Ә почет пьедесталының өсөнсө баҫҡысы өсөн уйында Мәскәүҙең «Русь» клубын еңде » — 5:1. Владислав Третьяк кубогына ЦСКА лайыҡ булды, ул, уйын барышында 1:3-кә ҡалышып, «Северсталь» командаһын еңде — 5:4.
http://www.bashinform.ru/news/1194372-vospitanniki-khk-salavat-yulaev-zavoevali-bronzovye-medali-kubka-tretyaka/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика