Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.69
0
98.56
0
83.59
+0.63
6+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
3 Август 2018, 11:40

«Өфө» футбол клубы Рәсәйгә УЕФА коэффициенттары исемлегендә Португалиянан алыҫлашырға ярҙам итте

"Өфө" футбол клубы
"Өфө" футбол клубы
ӨФӨ, 2018 йыл, 3 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. 2 августа «Өфө» футбол клубы Словенияның Домжале командаһы менән һөҙөмтәле тигеҙ иҫәпкә (1:1) уйнап, Европа лигаһының өсөнсө квалификация раундына сыҡты. Шуға күрә Рәсәй УЕФА коэффициенттары исемлегендә күтәрелде, Португалиянан алыҫлашып.
Әле дөйөм алғанда илебеҙ 44,466 мәрәй йыйған һәм шуның менән алтынсы урында тора. Яҡындағы ҡыуып барыусы Португалияның – 38,232.
Исемлектә алдынғы урындарҙы Испания (88,569), Англия (65,320), Италия (64,583) биләй. Дүртенселә Германия (59,213), бишенселә Франция (50,248).
http://www.bashinform.ru/news/1193156-fk-ufa-pomog-rossii-otorvatsya-ot-portugalii-v-tablitse-koeffitsientov-uefa/
Автор:Наталья Овчарук
Читайте нас: