06:15 (UTC+5), 27 Июля 2018

Европа лигаһының беренсе осрашыуы сиктәрендә «Өфө» - «Домжале» матчы бер яҡтың да отмауы менән тамамланды

Олег Яровиков
Наталья Овчарук
ӨФӨ, 2018 йыл, 27 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. «Нефтсе» стадионында УЕФА Европа лигаһы квалификацияһының икенсе раунды сиктәрендә «Өфө» һәм «Домжале» араһында көсөргәнешле уйын үтте. Беренсе таймда Өфө стадионының тулы тиерлек трибуналары индерелгән туптарҙы күрмәне, әммә уңышлы мәлдәр күп булды. Словения футболсылары Александр Беленов ҡапҡаһы эргәһендә ике тапҡыр туп индереп маташты. Осрашыу хужалары бер ҙә ҡалышманы һәм тәнәфескә тиклем бер нисә минут ҡалғас кәмендә өс тапҡыр хәүефле мәл ойошторҙо. «Домжале»не һаҡсыһы ғына ҡотҡарҙы.
Тәнәфес тә матчтың тәүге 45 минутына ҡарағанда эмоциональ яҡтан ҡалышманы. «Өфөләр» Словениянан килгән ҡунаҡтар менән алышып алды. Тауышҡа тулы составта тиерлек командалар һәм тренерҙар штабтары йыйылды. «Был футбол һәм унда хис-тойғоһоҙ булмай», — тип билдәләне тәнәфестә Башҡортостан командаһының ярым һаҡсыһы Азамат Засеев.
Икенсе таймда ла көсөргәнеш кәмемәне һәм уйын ахырына тиклем дауам итте.
«Нефтсе» трибуналары судьялар бригадаһы ҡарарҙары өсөн бер нисә тапҡыр көрһөнөп ҡуйҙы.
Европа осрашыуы аҙағында Сергей Томаров тәрбиәләнеүселәре матур нөктә ҡуйыуҙан бер аҙым булды. Әммә килеп сыҡманы.
Яуап матчы Домжале ҡалаһында 2 августа үтә.
http://www.bashinform.ru/news/1190308-fk-ufa-vnichyu-sygrala-s-domzhale-v-ramkakh-pervoy-vstrechi-ligi-evropy/
1 из 9
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика