09:05 (UTC+5), 16 Июля 2018

Республиканан йәш спортсы ауыр атлетика буйынса Европа чемпионы булды

Ҡыҙыл байраҡ
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 16 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Нефтекаманан 13 йәшлек Дмитрий Мәзитов Францияның Греноблендә ауыр атлетика буйынса Европа чемпионы булды, тип хәбәр итә «Ҡыҙыл байраҡ» гәзите. 39 килограмм ауырлыҡтағы үҫмер күкрәгенән 75 килограмм ауырлыҡтағы штанганы күтәргән. Ул ауыр әйбер күтәреү менән ике йыл шөғөлләнә. «Дима – бик һәләтле бала, юғары һөҙөмтә күрһәтә. Даими шөғөлләнә, дәрестәр ҡалдырмай. Уның йәшендәге бөтә балалар ҙа бындай һөҙөмтә менән маҡтана алмай, — тип һөйләне уның тренеры Айрат Суфиянов. — Уның бер ярышташы булды, Франциянан шикелле. Күнекмәләр башланғас, баланың нисек шөғөлләнеүен күреп, ойоштороусыларға барҙы һәм, минең аңлауымса, үҙен икенсе төркөмгә яҙыуҙарын һораны. Дмитрий, әлбиттә, ярышташын еңер ине. Дөйөм команда зачетында Рәсәйгә – икенсе, Бөйөк Британияға – беренсе, Францияға өсөнсө урын бирҙеләр. Беҙгә кубок тапшырҙылар. Беҙ бик ҡәнәғәт ҡалдыҡ. Ысынында иһә, мин бындай һөҙөмтәне көтмәгәйнем, бик шәп сығыш килеп сыҡты».
http://www.bashinform.ru/news/1186282-yunyy-sportsmen-iz-bashkirii-stal-chempionom-evropy-po-tyazheloy-atletike/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика