04:30 (UTC+5), 12 Июля 2018

2018 йылда төп спорт төрҙәрен үҫтереүгә Башҡортостанда 87 миллион һум бүленгән

асыҡ сығанаҡтарҙан
Наталья Овчарук
ӨФӨ, 2018 йыл, 12 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. 84 республика федерацияһы үҙ спорт төрҙәрен үҫтереү буйынса программалар әҙерләгән. Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы менән 42 документ, уларҙан төп спорт төрҙәре буйынса 23 проект килешеү үткән дә инде.
«Төп спорт төрҙәрен үҫтереүгә Башҡортостан Хөкүмәтенең 2018 йылдың 3 июлендәге бойороғо менән 87 миллион һум бүленгән, — тип билдәне республиканың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры вазифаһын башҡарыусы Руслан Хәбибов. – Өҫтәмә финанслау спорт менән шөғөлләнеүселәр һанын 0,9 процентҡа, разряд һәм исем алыусы спортсыларҙы 5,8 процентҡа, милли йыйылмаларға саҡырылғандарҙың иҫәбен 4,2 процентҡа, бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара ярыштар призерҙарын һәм еңеүселәрен 6,7 процентҡа арттырырға мөмкинлек бирә».
Төбәктәге Спорт министрлығында өҫтәмә финанслау менән эште алдағы йылдарҙа ла дауам итергә тәҡдим иттеләр.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, төп спорт төрҙәренә бадминтон, биатлон, бобслей, бокс, велоспорт, тау саңғыһы спорты, байдаркала һәм каноэла ишеү, еңел атлетика, саңғы ике бәйгеһе, йөҙөү, саңғыла трамплиндан һикереү, сноуборд, заманса биш бәйге, спорт көрәше (грек-рим), теннис, ауыр атлетика, фехтование, фристайл, шорт-трек, һаңғырауҙар спорты, һуҡырҙар спорты, ПОДА спорты һәм ЛИН спорты инә.
http://www.bashinform.ru/news/1185371-v-2018-godu-na-razvitie-bazovykh-vidov-sporta-v-bashkirii-vydeleno-87-mln-rubley-/
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика