04:30 (UTC+5), 02 Июля 2018

Рәсәй Испанияны еңде һәм донъя чемпионатының сирек финалына үтте

https://twitter.com/fifaworldcup_ru
Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2018 йыл, 2 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Рәсәй йыйылмаһы көсөргәнешле һәм ныҡышмалы алышта футбол буйынса донъя чемпионаты финалының 1/8 өлөшөндә Испания командаһын еңде, шул рәүешле сирекфиналға үтте.
Уйын Станислав Черчесов тәрбиәләнеүселәре файҙаһына башланманы: 11-се минутта беҙҙең ҡапҡаға һөжүм иткән саҡта Сергей Игнашевич ҡулдары менән Рамосты ебәрмәне һәм туптың туп-тура уға осоп килеүен күрмәй ҡалды, һуңынан һаҡсының аяғынан футбол селтәренә инеп китте.
Әммә рәсәйҙәр барыбер беренсе тайм аҙағына ҡыйын хәлдән сыға алды. Испания һаҡсыһы Жерар Пике ҡулы менән уйнап, арбитр пенальти билдәләне, уны Артем Дзюба уңышлы тормошҡа ашырҙы. Шулай итеп, командалар тәнәфескә 1:1 иҫәбе менән сыҡты. Икенсе таймды испан егеттәре контролдә тотто, улар ваҡыттың 80 проценттан күберәген туп менән булды, рәсәйҙәр күбеһенсә ҡаршы торҙо. Шуға ҡарамаҫтан, Лужники стадионында йыйылған көйәрмәндәр һәм тамашасылар башҡа индерелгән туптарҙы күрмәне. Төп ваҡыт тигеҙ иҫәп менән тамамланды.
Шунан һуң өҫтәмә ваҡыт бирелде, уның барышында Игорь Акинфеев ҡапҡаһы тирәләй хәүефле осорҙар күп булды. Әммә ул йәнә бер тапҡыр бөтәһенә лә үҙенең оҫталығын күрһәтте. Өҫтәмә ваҡыт та тигеҙ иҫәп менән тамамланды.
Пенальти серияһында голкипер Игорь Акинфев Рәсәйгә еңеү килтерҙе, ул оҫта итеп ике тупты кире ҡайтарҙы.
Испания футболсылары ҡапҡаһына Федор Смолов, Сергей Игнашевич, Денис Черышев һәм Александр Головин гол индерҙе. Һөҙөмтә илебеҙ йыйылмаһы файҙаһына 4:3.
Билдәләп үтергә кәрәк, Испания Рәсәй менән ете тапҡыр осрашты һәм быға тиклем бер ҡасан да еңелмәне.
Рәсәй йыйылмаһы үҙ тарихында тәүгә донъя беренселегендә сирек финалға сыҡты. Киләһе раундта рәсәйҙәр Хорватия менән уйнай.
Сирек финал уйыны 7 июлдә Сочиҙа үтә. Осрашыу Мәскәү ваҡыты буйынса киске сәғәт 9-ҙа башлана.
http://www.bashinform.ru/news/1181104-rossiya-vyigrala-ispaniyu-i-proshla-v-chetvertfinal-chempionata-mira/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика