09:23 (UTC+5), 29 Июнь 2018

Өфө шашкасыһы Александр Георгиев Донъя кубогының Голландия этабында еңде

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 29 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.Голландияла халыҡ-ара шашка буйынса Донъя кубогы этабы Башҡортостан шашкасыһы Александр Георгиевтың еңеүе менән тамамланды. «Open Flevoland PFDB» турнирында 14 илдән 96 спортсы, шул иҫәптән Өфө гроссмейстерҙары Александр Георгиев, Айнур Шәйбәков ҡатнашты. Туғыҙ тапҡыр донъя чемпионы Георгиев туғыҙ алышта 13 мәрәй йыйҙы: дүрт тапҡыр еңде һәм биш тапҡыр тигеҙ иҫәпкә уйнаны. 14 спортсы, шул иҫәптән Айнур Шәйбәков бер балға аҙыраҡ йыйҙы. Өҫтәмә критерийҙар буйынса Вадим Вирный икенсе призер булды, өсөнсө урынды Rein van der Pal (Нидерланд) менән Macodou NDiaye (Сенегал) бүлеште. Айнур һәм Голландия спортсыһы Michiel Kroesbergen 8-9-сы урындарҙы алды.
Кубоктың дөйөм иҫәбендә Георгиев Донъя кубогының дөйөм иҫәбендә лидерлыҡты раҫланы — уның 452 мәрәй. Айнурҙың иһә 223 мәрәй һәм 14-се урын. Уны һуң Стәрлетамаҡ шашкасыһы Муродулло Амриллаев килә — 202 мәрәй, тип хәбәр иттеләр «Башнефть» профессиональ шашка клубы автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһынан.
http://www.bashinform.ru/news/1180377-ufimskiy-shashist-aleksandr-georgiev-pobedil-na-gollandskom-etape-kubka-mira-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика