15:21 (UTC+5), 27 Июнь 2018

Рәсәй төбәктәре спортсылары Башҡортостанға еңел атлетика ярыммарафонына йыйыла

Туймазы районы хакимиәте
ӨФӨ, 2018 йыл, 27 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.Шәмбе, 30 июндә, республиканың Туймазы районындағы А.П.Гайдар исемендәге балалар һауыҡтырыу-белем биреү лагеры биләмәһендә Бергә-бер көрәш спорт федерацияһына нигеҙ һалған дзюдо һәм самбо буйынса спорт мастеры Фәрит Дәүләтшин иҫтәлегенә 24-се еңел атлетика ярыммарафоны башлана.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ярыш 600 самаһы еңел атлетты йыя. Туймазыларҙан тыш, унда Башҡортостандан, Татарстандан, Ырымбур, Силәбе, Һамар өлкәләренән спортсылар ҡатнаша.
Сараның абруйлы ҡунаҡтары: олимпия чемпионы, еңел атлет Андрей Сильнов; Дәүләт Думаһы депутаты, күп тапҡыр донъя һәм Паралимпия уйындары чемпионы Рима Баталова; күп тапҡыр донъя һәм Европа чемпионы, биатлонсы Максим Чудов; Европа чемпионы, дзюдосы Әлим Гаданов.
Ярыммарафон алдынан улар Туймазы ҡалаһының «Олимпиясы» спорт-һауыҡтырыу комплексында йәш туймазылар һәм уларҙың тренерҙары өсөн оҫталыҡ дәрестәре үткәрә, тип хәбәр иттеләр муниципалитет хакимиәтенән.
http://www.bashinform.ru/news/1179151-na-legkoatleticheskiy-polumarafon-v-bashkirii-soberutsya-sportsmeny-iz-regionov-rossii/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика