07:45 (UTC+5), 26 Июня 2018

«Урал» волейбол клубы Олимпиаданың көмөш призеры менән килешеү төҙөнө

«Урал» волейбол клубы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 26 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. «Урал» волейбол клубы Италия йыйылмаһы уйынсыһы, 2016 йылғы Олимпиадалағы көмөш призер Олег Антонов менән килешеү төҙөнө.
29 йәшлек һөжүм итеүсе уҙған миҙгелде Италияның «Вибо Валентия» клубында башланы һәм команданың иң яҡшы бомбардиры булды, әммә миҙгел уртаһында контрактты өҙҙө һәм «Зираатбанк»ка күсте. Анкараның клубы менән ул Төркиәләге чемпионатта алтынсы урын алды һәм Европа волейбол конфедерацияһы кубогының финалына етте, унда «Белогорье»ға еңелде.
Белешмә
Олег Антонов 1988 йылдың 28 июлендә тыуған. Италия гражданы.
Карьераһы:
2006-2009 – «Тревизо», Италия
2009-2010 – «Мантова», Италия
2010-2011 – «Дженоа», Италия
2011-2012 – «Тревизо», Италия
2012-2014 – «Кунео», Италия
2014-2015 – «Тур», Франция
2015-2017 – «Трентино», Италия
2017-2018 – «Вибо Валентия», Италия
2017-2018 – «Анкара», Төркиә
2018 – «Урал», Рәсәй
Ҡаҙаныштары:
2007 – Италия чемпионы
2007 – Италия кубогы эйәһе
2007 – Италия Суперкубогы эйәһе
2011 – ЕКВ кубогы эйәһе
2013 – Чемпиондар лигаһының көмөш призеры
2015 – Франция чемпионы
2018 – ЕКВ кубогы финалисы
Италия йыйылмаһында Антонов 2016 йылғы Олимпиадала, 2015 йылғы Донъя кубогында һәм 2017 йылда Бөтә донъя Чемпиондар кубогында көмөш призер булды. Быйыл Олег Милләттәр лигаһында Италия йыйылмаһы өсөн уйнай.
Олегтың атаһы Ярослав Антонов «Урал»да өлкән тренер булып эшләй.
http://www.bashinform.ru/news/1178575-voleybolnyy-klub-ural-podpisal-kontrakt-s-serebryanym-prizerom-olimpiady/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика