Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
25+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
22 Июнь 2018, 15:50

Республика спортсыһы – заманса биш төр ярыш буйынса Европа призеры

Рәсәй Заманса биш төр ярыш федерацияһы
Рәсәй Заманса биш төр ярыш федерацияһы
ӨФӨ, 2018 йыл, 22 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Башҡортостан спортсыһы Аделина Ибәтуллина Рәсәй йыйылмаһы составында юниорҙар араһында заманса биш төр ярыш буйынса Европа беренселегендә бронза миҙал яуланы. Ҡыҙҙарыбыҙ Венгрия (1-се урын) һәм Германия (2-се урын) командаларынан бер аҙ ҡалышты.
Шәхси беренселектә Аделина унынсы һөҙөмтә күрһәтте, тип хәбәр иттеләр республика Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән. Пьедесталдың тәүге баҫҡысына – Төркиә, икенсеһенә Венгрия спортсыһы күтәрелде, бронза миҙалды Рәсәйҙән Ксения Фральцова яуланы.
http://www.bashinform.ru/news/1176875-sportsmenka-iz-bashkirii-prizerka-pervenstva-evropy-po-sovremennomu-pyatiboryu/
Читайте нас: