08:20 (UTC+5), 19 Июнь 2018

Башҡортостандан Айнур Сыртаев көрәш буйынса донъя чемпионы булды

«Туймазинский вестник» гәзите архивынан
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 19 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.Туймазынан Айнур Сыртаев көрәш буйынса донъя чемпионы булды. Донъя чемпионаты Татарстанда уҙҙы, унда 42 илдән 150-гә яҡын иң яҡшы көрәшсе ҡатнашты.
Рәсәй йыйылмаһы исеменән турнирҙа дүрт төбәктән ете көрәшсе: Айнур Сыртаев (Башҡортостан), Егор Егоян (Төмән өлкәһе), Азат Нурмөхәмәтов (Татарстан), Альберт Рәхмәтуллин (Төмән өлкәһе), Ренас Кәлимуллин (Татарстан), Илмир Төхвәтуллин (Татарстан), Муса Ғәлләмов (Марий Эл) сығыш яһаны.
Ҡаҙағстан көрәшсеһе менән финал алышында 100 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында Туймазынан Айнур Сыртаев еңеү яуланы һәм донъя чемпионы исеменә лайыҡ булды. Спортсы менән «Туймазы-Арена» универсаль спорт боҙ комплексының 2-се спорт мәктәбе тренеры Ренат Еникеев шөғөлләнә.
http://www.bashinform.ru/news/1174914-aynur-syrtaev-iz-bashkirii-stal-chempionom-mira-po-borbe-kuresh/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика