08:15 (UTC+5), 14 Июня 2018

«Өфө» футбол клубы рәсми рәүештә яңы баш тренерҙың исемен атаны

«Өфө» футбол клубы
«Өфө» футбол клубы
Наталья Овчарук
ӨФӨ, 2018 йыл, 14 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. «Өфө» футбол клубының генераль директоры Шамил Ғәзизов вәғәҙәләгәнсә, байрамдарҙан һуң Башҡортостан командаһының яңы баш тренеры исемен атаны. Сергей Семак урынына уның ярҙамсыһы Сергей Томаров ҡалды.
«Белгес менән контракт өс йылға иҫәпләнгән», — тип асыҡлыҡ индерҙеләр «Өфө» футбол клубының матбуғат хеҙмәтендә.
Белешмә
Сергей Томаровҡа 36 йәш, сығышы менән Мәләүез ҡалаһынан. Тренер карьераһын йәш «Өфө» штабында башлай. 2015 йылда төп составтың тренерҙар штабына күсә.
Белгес «Өфө» футбол клубын Рәсәй премьер-лигаһының рәсми матчына бер тапҡыр сығарҙы инде. Ул Евгений Перевертайло киткәндән һуң булды һәм шул саҡта команда уның етәкселегендә «Нефтсе» стадионында бик эмоциялы матчта Мәскәүҙең «Спартак» футбол клубын ҡыйратты, шул рәүешле Милли футбол лигаһынан төшөп ҡалыуынан ҡотолдо.
http://www.bashinform.ru/news/1173178-fk-ufa-ofitsialno-nazval-imya-novogo-glavnogo-trenera/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика