06:40 (UTC+5), 14 Июня 2018

Башҡортостандан бейеклеккә һикереүсе Данил Лысенко Чехияла Донъя саҡырыуы этабында көмөш миҙал яуланы

Башҡортостан Республикаһы башлығы сайты
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 14 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Башҡортостандан бейеклеккә һикереүсе Данил Лысенко Чехияның Острава ҡалаһында Донъя саҡырыуы этабында көмөш миҙал алды. Спортсының һөҙөмтәһе — 2,36 метр, тип хәбәр итә «РИА Новости».
Турнирҙа Катар вәкиле Мутаз Эсса Баршим еңеү яуланы (2,38 метр), тәүге өсәүҙе Сириянан Маджид Эддин Газаль япты (2,25 метр).
Был Данил Лысенконың Катар еңел атлеты менән тәүге осрашыуы түгел. Мартта еңел атлетика буйынса донъя чемпионатында Башҡортостан спортсыһы, 2,36 метр бейеклеккә һикереп, беренсе урынды яуланы. Ул саҡта Мутаз Эсса Баршим икенсе булды — 2,33.
Быйыл майҙа Катар вәкиле АҠШ-та «Гәүһәр лига»ның өсөнсө этабында Лысенконы уҙып китте һәм тәүге урынға сыҡты. Рәсәй еңел атлеты, 2,32 метр планканы артылып, икенсе урынды алды.
http://www.bashinform.ru/news/1173472-prygun-v-vysotu-iz-bashkirii-danil-lysenko-vzyal-serebro-na-etape-mirovogo-vyzova-v-chekhii-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика