Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
25+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
13 Июнь 2018, 10:40
Михаил Подлозный: «Өфөлә һуңғы 13 йылда иң яҡшы турнир үткәрҙеләр»
«Урал» волейбол клубы
ӨФӨ, 2018 йыл, 13 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Бөтә Рәсәй волейбол федерацияһы генераль директоры урынбаҫары Михаил Подлозный Өфөгә Милләттәр лигаһының Рәсәй этабын үткәргәне өсөн рәхмәт әйтте. «Был ойошторолоу буйынса һуңғы 13 йылда иң яҡшы турнир булды. Өфөгә, Башҡортостанға ошондай волейбол байрамы өсөн рәхмәт», – тине Подлозный Милләттәр лигаһының матбуғат хеҙмәтенә.
Рәсәй йыйылмаһы матчтарын өс көндә 20 меңдән ашыу тамашасы ҡараны. Көйәрмәндәрҙә Рәсәй – Бразилия уйыны иң ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты, уға 8060 кеше килде.
Үҙ майҙанындағы этапта Рәсәй Ҡытай (3:0) һәм Иран (3:1) командаларын еңде, Бразилия йыйылмаһына (1:3) еңелде.
http://www.bashinform.ru/news/1172546-mikhail-podloznyy-v-ufe-proveli-luchshiy-turnir-za-poslednie-13-let-/
Автор:
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги:
волейбол
милләттәр лигаһы
өфө
Читайте нас: