05:05 (UTC+5), 09 Июня 2018

«Өфө-Арена»һында волейбол буйынса Рәсәй йыйылмаһы Бразилияға еңелде

Олег Яровиков
Наталья Овчарук
ӨФӨ, 2018 йыл, 9 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. «Өфө-Арена»һында волейбол байрамы мөхите хөкөм һөрҙө, был аҙнала ул волейбол майҙансығына әйләнде. Башҡортостандың баш ҡалаһы тәүгә ошо спорт төрө буйынса «Милләттәр лигаһы» халыҡ-ара ярыштарын ҡабул итә. Төп бүләк өсөн донъялағы 16 иң яҡшы команда көрәшә. Өфөгә Рәсәйҙең, Бразилияның, Ҡытайҙың һәм Ирандың йыйылмалары килгән.
Йома кис өфөләр һәм баш ҡала ҡунаҡтары рәхәтләнеп Рәсәй һәм Бразилия йыйылмаларының уйынын күҙәтте. Сергей Шляпниковтың тәрбиәләнеүселәрҙе тәүге ике партияла ҡунаҡтарға 21:25 һәм 20:25 иҫәбе менән биреште.
Өсөнсө осорҙо рәсәйҙәр үҙ активына яҙып ҡуйҙы – 27:25. Дүртенсе партия бразиялар яғында булды – 25:18. Уйындың аҙаҡҡы иҫәбе ҡунаҡтар файҙаһына – 1:3.
9 һәм 10 июндә Рәсәй йыйылмаһы Ҡытай һәм Иран командалары менән осраша. Матчтар Өфө ваҡыты буйынса киске сәғәт 7-лә башлана.
Билдәләп үтергә кәрәк, алдан Иран йыйылмаһы 3:0 иҫәбе менән Ҡытай командаһын отто.
http://www.bashinform.ru/news/1171630-na-ufa-arene-sbornaya-rossii-po-voleybolu-ustupila-brazilii/
1 из 11
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика