Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.82
0
98.95
0
82.53
-0.26
4+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
6 Июнь 2018, 14:13

Башҡортостан уҙышсыһы Арыҫлан Фәйзуллин – Рәсәй беренселегенең бронза призеры

ӨФӨ, 2018 йыл, 6 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Николай Ермоленко/. 19 йәшлек Арыҫлан Фәйзуллин Октябрьскийҙа 19 йәшкәсә спортсылар араһында спидвей буйынса Рәсәй беренселегендә бронза миҙал яуланы. Ул 13 мәрәй йыйып, алтын һәм көмөш миҙал эйәләренән бер мәрәйгә ҡалышты.
Владивостоктан Павел Лагута икенсе йыл рәттән чемпион булды, ул өҫтәмә заезда Тольяттиҙан Евгений Сайдуллинды уҙып китте.
Салауат ҡалаһының «Спидвей» балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенән Кирилл Казаков биш мәрәй менән иң көслө ун спортсы иҫәбенә инде.
Арыҫлан Фәйзуллин өсөн быйылғы бронза — өсөнсөһө. Тәүге миҙалын ул 2016 йылда тап ошо йәш категорияһында, ә икенсеһен былтыр 22 йәшкәсә юниорҙар араһында яуланы.
http://www.bashinform.ru/news/1169950-gonshchik-iz-bashkirii-arslan-fayzulin-bronzovyy-prizer-pervenstva-rossii/
Читайте нас: