06:20 (UTC+5), 05 Июня 2018

Башҡортостандан ике шашкасы «йәшен тиҙлегендәге» донъя чемпионатында «көмөш» һәм «бронза» яуланы

Халыҡ-ара шашка федерацияһы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 5 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан шашкасылары Тамара Танһыҡҡужина һәм Александр Георгиев Италияның Бергамов ҡалаһынан «йәшен тиҙлегендәге» донъя чемпионатынан миҙалдар менән ҡайтты.
Халыҡ-ара ярыштарҙа республиканан ете шашкасы ҡатнашты, уларҙың бишәүһе финалға сыҡты, тип хәбәр иттеләр Шашка федерацияһында.
«Ҡатын-ҡыҙҙар финалында биш тапҡыр донъя чемпионы Тамара Танһыҡҡужина 20 мәрәй йыйҙы, Белоруссия чемпионы Дарья Федоровичтан ҡалышып. Украинанан Виктория Мотричко өсөнсө. Унда, Өфө ҡыҙы Айгөл Иҙрисовалағы кеүек, 19-шар мәрәй, әммә Викторияның турнир коэффициенты яҡшыраҡ булып сыҡты. Айгөл – дүртенсе, Әлиә Әминева – унынсы (14 мәрәй)», — тип аңлатты белгестәр.
Ир-егеттәр араһында финалда Башҡортостан вәкиле Александр Георгиев 15 партияла 18 мәрәй тупланы. Шунсаны Нидерланд спортсыһы йыйҙы.
«Өфө гроссмейстеры, туғыҙ тапҡыр донъя чемпионында турнир коэффициенты яҡшыраҡ булып сыҡты – өсөнсө урын. Айнур Шәйбәковта 15 мәрәй һәм унынсы урын. Мәскәү өлкәһенән Александр Шварцман еңде, Удмуртиянанан Александр Чижов – икенсе», — тип хәбәр иттеләр федерацияла.
Блицта һәм рапидта Рәсәй йыйылмаһы өс алтын һәм бер көмөш миҙал яуланы.
http://www.bashinform.ru/news/1169423-dva-shashista-iz-bashkirii-zavoevali-serebro-i-bronzu-molnienosnogo-chempionata-mira/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика