12:50 (UTC+5), 05 Июнь 2018

Баш ҡалабыҙ волейбол буйынса Милләттәр лигаһын ҡабул итергә әҙер

«Урал» волейбол клубы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 5 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Йома, 8 июндә, Башҡортостандың баш ҡалаһы донъя спорты үҙәгенә әүерелә. «Өфө-Арена» майҙансығында волейбол буйынса Милләттәр лигаһы башлана. Өфө этабы барышында Рәсәй, Бразилия, Ҡытай һәм Иран йыйылма командалары уйнай.
«Алты матчтан һуң Рәсәй йыйылмаһы Милләттәр лигаһында дүртенсе урынды биләй, бразилдар — икенселә, Ҡытай командаһы унынсы баҫҡыста килә, Иран — 13-сөлә», — тип хәбәр итте ойоштороусылар.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Милләттәр лигаһында Рәсәй йыйылмаһы составында Башҡортостандың «Урал» волейбол клубынан өс уйынсы: Дмитрий Ковалев, Игорь Филиппов һәм Алексей Кабешов сығыш яһай.
Уйындар теҙмәһе:
8 июндә сәғәт 5-се яртыла — Ҡытай – Иран; 7-лә Рәсәй – Бразилия командалары осраша.
9 июндә 5-се яртыла Иран – Бразилия; 7-лә Рәсәй – Ҡытай.
10 июндә сәғәт 5-се яртыла Ҡытай – Бразилия; 7-лә Рәсәй – Иран.
http://www.bashinform.ru/news/1169712-ufa-gotova-prinyat-voleybolnuyu-ligu-natsiy/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика