10:41 (UTC+5), 01 Июня 2018

Өфө уҡ атыу буйынса Рәсәй беренселеген ҡабул итә

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 1 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. 2-5 июндә Өфөләге «Аҡбуҙат» ипподромында уҡ атыу буйынса Рәсәй беренселеге уҙа. Сараны ойоштороусылар — Рәсәй Спорт министрлығы, республика Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Уҡ атыу федерациялары.
Спорт форумында 29 төбәктән 300 самаһы спортсы ҡатнаша. Башҡортостан исеменән Мәләүез, Өфө, Салауат һәм Бөрө ҡалаларынан 26 уҡсы сығыш яһай, улар араһында алты спорт мастеры, дүрт Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы, Алушта ҡалаһында уҙған Рәсәй беренселеге еңеүсеһе һәм призеры Рухулла Набилл һәм Станислав Черемискин бар.
Беренселекте асыу тантанаһында Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта, Рәсәйҙең Уҡ атыу федерацияһы президенты Владимир Ешеев һәм башҡа абруйлы ҡунаҡтар ҡатнаша.
Һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда уҡ атыу әүҙем үҫешә. Әлеге ваҡытта һигеҙ бүлексә эшләй, унда 600-ҙән ашыу спортсы шөғөлләнә. 2018 йылда уҡ атыу төбәктә төп спорт төрҙәре исемлегенә индерелгән.
http://www.bashinform.ru/news/1167905-ufa-primet-pervenstvo-rossii-po-strelbe-iz-luka-/
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика