12:00 (UTC+5), 31 Май 2018

Башҡортостанда Сергей Ғимаев иҫтәлегенә турнирҙа Рәсәйҙең күренекле хоккейсылары һәм журналистар уйнай

Олег Яровиков
Олег Яровиков
Әлим Фәйезов
ӨФӨ, 2018 йыл, 31 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Туймазы ҡалаһындағы «С.Н. Ғимаев исемендәге Туймазы аренаһы» универсаль боҙ комплексында Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Сергей Ғимаев иҫтәлегенә һәм Балаларҙы яҡлау көнө хөрмәтенә шайба менән хоккей буйынса хәйриә турниры үтә.
Турнирҙа донъя чемпионатының көмөш призеры Александр Гуськов, ике тапҡыр Гагарин кубогын яулаусы Алексей Бадюков, «Матч ТВ» спорт телеканалының алып барыусыһы Денис Казанский кеүек күренекле Рәсәй журналистары һәм танылған хоккейсылар составында «Газпром», «САВА» һәм «Рәсәй Матбуғаты» командалары ҡатнаша.
31 майҙа иртәнге сәғәт 12-лә «Газпром» һәм «САВА» командалары уйнай, көндөҙгө 5-тә «Газпром» һәм «Рәсәй Матбуғаты» командалары араһында матч була. 1 июндә көндөҙгө сәғәт 3-тә «САВА» һәм «Рәсәй Матбуғаты» командалары осраша. Турнирҙы теләгән һәр кем ҡарай ала, матчтарға инеү ирекле.
Балаларҙы яҡлау көнөндә билдәле ҡунаҡтар ҡатнашлығында ҡала стадионында чемпион менән зарядка, «Туймазы-Арена» универсаль спорт комплексында алдынғы хоккейсыларҙан оҫталыҡ дәресе, төрлө спорт төрҙәре буйынса турнирҙар, балалар һабантуйы һәм матбуғат конференцияһы күҙалланған, тип хәбәр иттеләр Туймазы районы хакимиәтендә.
http://www.bashinform.ru/news/1167094-v-bashkirii-na-turnire-pamyati-sergeya-gimaeva-sygrayut-izvestnye-rossiyskie-khokkeisty-i-zhurnalist/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика