03:30 (UTC+5), 30 Май 2018

Рәсми хәбәр: Сергей Семак «Өфө» футбол клубын ҡалдырып китә

асыҡ сығанаҡтарҙан
Наталья Овчарук
ӨФӨ, 2018 йыл, 30 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. 29 майҙа «Өфө» футбол клубы баш тренер Сергей Семак менән ике яҡтың килешеүе буйынса контрактты өҙөүе тураһында рәсми рәүештә хәбәр итте. Был турала Башҡортостан командаһының матбуғат хеҙмәте белдерҙе.
Билдәләп үтергә кәрәк, Семактың Петербургтың «Зенит»ына күсеүе тураһында спорт берләшмәһендә өс аҙна тирәһе фекер алыштылар.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Сергей Семак «Өфө» менән 2016 йылдың аҙағында килешеү төҙөнө. Уның етәкселегендә «өфөләр» ике тапҡыр тарихи бейеклеккә күтәрелде: 2016/2017 йылдар миҙгелендә етенсе урын һәм 2017/2018 миҙгелдә алтынсы һәм Европа лигаһына эләгеү. Ул Өфө клубы өсөн иң яҡшы һөҙөмтә булды.
http://www.bashinform.ru/news/1166154-ofitsialno-sergey-semak-pokidaet-fk-ufa/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика