05:00 (UTC+5), 30 Май 2018

«Өфө» футбол клубының яңы баш тренерын 10 көн дауамында иғлан итәләр

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Гөлфиә Акулова
ӨФӨ, 2018 йыл, 30 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. «Өфө» футбол клубының яңы баш тренеры исемен 10 көн дауамында иғлан итәләр, тип белдерҙе клубтың генераль директоры Шамил Ғәзизов Чемпионат.com баҫмаһына. Уның һүҙҙәренсә, клуб «Зенит»ҡа күскән Сергей Семактың урынына баш тренер вазифаһына кемде тәғәйенләүен билдәләмәгән әле.
«Манчиниға алмашҡа Семакты ҡарағандары тураһында һөйләшеүҙәр киткәс, мин уға алмаш ҡараманым. Кисәңге төнгә тиклем мин яңы тренер эҙләмәнем. Беҙ һәр саҡ билдәле бер үҙгәрештәргә әҙер, әммә кемдең «Өфө»нөң яңы баш тренеры булырын һөйләргә иртә әле. 10 көн дауамында мотлаҡ иғлан итербеҙ. Дәғүәселәр исемлеге бар тип әйтмәйем, ул юҡ. Тренерҙы беҙҙең аныҡ билдәләнгән концепцияға ярашлы эҙләйбеҙ. Беҙҙең клуб – Рәсәйҙәге билдәле бер модель буйынса эшләгәндәрҙең береһе, ул асыҡтан-асыҡ күҙәтелә. Тренерҙар штабын һәм баш тренерҙы ошо концепцияға ярашлы һайлайбыҙ. Рәсәйҙән һәм беҙҙең республика исеменән Европа лигаһында сығыш яһайбыҙ, мәрәйҙәр йыябыҙ», — тине Шамил Ғәзизов.
Алдан вести.ru Сергей Томаров «Өфө»нөң баш тренеры булыу ихтималлығы тураһында хәбәр иткәйне.
http://www.bashinform.ru/news/1166215-imya-novogo-glavnogo-trenera-fk-ufa-obyavyat-v-techenie-10-dney/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика